Әлфиә Юлсурина дуҫтарын йыя…

29 апрель Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында йырсының «Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү…» исемле юбилей концерты үтә. Был тамашала Әлфиәнең  ижадташ  дуҫтары  ҡатнаша.  Килгән ҡунаҡтар өсөн генә матур –матур  сюрприздар ҙа көтөлә. «Әммә бының тураһында  серҙе  әлегә  сисмәй торам, үҙҙәре килеп күрһендәр. Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса бик ҡыҙыҡлы программа буласаҡ,» — ти Башҡортостандың халыҡ артискаһы.

Йырсының үҙенең дә тормошҡа ҡарата уй-хистәре, ҡарашы йырҙарында сағыла. Бигерәк тә мөхәббәт йырҙарын шундай хисле итеп,  бөтә күңелен һалып , халыҡ йырҙарын, романстарҙы  ла үҙенә генә хас булған оҫталыҡ менән башҡара. Быларҙың бөтәһен дә Әлфиә Юлсуринаның юбилей кисәһендә ишетергә мөмкинселегегеҙ була, һәм, шулай уҡ, рояль, ҡурай, баян моңдары яңғыраясаҡ.

29 апрелдә үтәсәк концерт программаһында  йырсының дуҫтары Рафаэль Рәхмәтуллин, Ғәли Алтынбаев, Илшат Мөслимов, Азат Айытҡолов, Линар Дәүләтбаев, Зилә Ҡолдәүләтова, Морат Арыҫланбәков һәм Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры ҡатнаша. Һәм Әлфиә Юлсурина менән дуҫтары башҡарыуында көтөлмәгән матур сихри дуэттар ҙа буласаҡ. Концерттың сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры Зөлфиә Ҡолдәүләтова.

-Үҙемдең яратҡан тамашасыларымды 22 апрелдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында көтөп ҡалам. Был , бөтә күңелемде, көсөмдө һалып эшләгән,  концертымдан халыҡ риза булып ,  ысынлап та ял итеп ҡайтыр. Рәхим итеп килегеҙ!- тигән теләктәрҙә Әлфиә Юлсурина.

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100
Сайт продаетсяX
Чтобы купить этот сайт, укажите свой email и наш менеджер с вами свяжется.