Бәхти моңо йәшәй күңелдәрҙә…

Бәхти Ғайсиндың исеме менән йыр –моң  төшөнсәһе айырылмаҫ төшөнсәләр. Композитор, аккордеонсы һәм ионикасы, халыҡ көйҙәрен эшкәртеүсе, уларҙы пропагандалаусы Бәхти Ғайсинды иҫкә алырға  тип халыҡ 26 май Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залына йыйыла. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Бәхти Ғайсин рухына арналған «Бәхти моңо йырлай йөрәктә, Бәхти моңо йәшәй күңелдә!..» тип аталған хәтер кисәһе композиторҙың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторола.

Бәхти Ғайсин күп кенә әҫәрҙәрен үҙенең яратҡан тормош иптәшенә, ғүмер буйына тормош юлында терәк булған Фәриҙә Ҡудашева йоғонтоһонда, уның өсөн ижад иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һанап үтәйек: «Ниңә гелән, иркәм», «Гел генә», «Бөгөлә ҡайын» (Ш. Биҡҡол һүҙҙәре), «Һаубуллашыу йыры», «Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас», «Ярамайға ҡарамай» (Ә.Атнабаев), «Һуңлама, кил инде» (Рәғиҙә Янбулатова), «Яратам мин һинең көлөүеңде» (Әхмәт Йәркәй), «Ике аҡҡош» (Әхсән Баян), «Ҡара мыйыҡ».

Ғөмүмән алғанда, композиторыбыҙҙы йыр сәнғәтендә «Стәрле» көйөнән, Нәжиб Асанбаевтың «Рәйсә» йырынан (уны «Лирик йыр» тип тә йөрөтәләр), тәүге ижад емештәренән булған «Бригадир йыры» кеүек әҫәрҙәренән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйындыр. Шулай уҡ: «Яҙғы урман», «Кермә төшкә, төшмә иҫкә», «Һөйһә лә, һөймәһә лә», «Мыйыҡ үҫтереп ҡарайым», «Билдәһеҙ һалдат», «Торналар киткәндә». Быларҙан тыш, скерцолар, марштар, поппурилар, фантазиялар, «Байрам маршы», «башҡорт һыбайлылары», «Көтөүселәр бейеүе» тигән инструменталь әҫәрҙәр. Вокализм, йәки тауыш өсөн пьеса ижад итте. Был әҫәрҙәр профессионалдар ғына түгел, ә сәнғәт һәүәҫкәрҙәренең репертуарында ла ныҡлы урын алған.

Бәхти Ғайсин әҙәбиәт һәм сәнғәтебеҙҙең ысын патриоты.

Оҫта музыкант, композитор, башҡарыусы-солист ҡына түгел, уйнауы менән, бармаҡтары менән йырсыға ярҙамлаша торған бик яҡшы аккомпониатор ҙа булған Бәхти ағай Ғайсин.

26 май Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бейеүселәр Зөлфиә Ҡудашева, Рафаэль Сәғитов, Марат Әсәҙуллин, Юлиә Чигвинцева һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт акдемия халыҡ бейеүҙәре ансамбле композитор рухына арнап бейеүҙәрен бүләк итәсәктәр. Йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Фән Вәлиәхмәтов, Нәзифә Ҡадырова, Лилиә Биктимерова, Шамил Хәмәҙинуров, сәйҙә Ильясова, фәдис Ғәниев, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Әлфиә Юлсурина, Артур Туҡтағулов, Рәис Вәғизов, Римма Ибраһимова, Миңзифа Исҡужиналар Бәхти Ғайсиндың төрлө йылдарҙа яҙылған йырҙарын башҡарасаҡтар. Кисәне музыкаль яҡтан Хәлит, Айнур, Илшат Фәтиховтар, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Редик Фәсхетдинов, Ләйсән Сәлимгәрәева, Ғәли Алтынбаев, Рөстәм Ҡудашев, Рәжәп Вәдүтов һәм Рушан Биктимеров биҙәйәсәктәр. Программаның сценарий авторы һәм режиссеры  Салауат Итбаев күп көс һалған хәтер кисәһе һеҙгә яҡты нур оҫтәп, Бәхти Ғайсинды иҫкә алып, уға ихтирамыбыҙҙы һәм мөхәббәтебеҙҙе белдерербеҙ. Алып барыусылары Вәлит Илембәтов менән Ғәлиә Моратова.

Бәхти ағайҙы иҫкә алырға уның яҡташтары һәм уҡыусылары, туғандарының килеүе көтөлә.

Моңло, халыҡсан, дәртләндергес, тетрәндергес ысын композитор ул. Уның йырҙары халыҡ менән мәңге йәшәйәсәк, күңелдрҙе яҡтылыҡ менән тулыландыра.

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100