Купить этот сайт

«Үкенерлек түгел үткәндәр»

Күгәрсен районы тураһында

1930 йылдың 20 авгусында төҙөлгән Күгәрсен районы быйыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул ресубликабыҙҙың көнъяғында урынлашҡан һәм Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондары һәм Ырымбур әлкәһенең Төйөлгән районы менән сиктәш урынлашҡан. Майҙаны — 3371 кв.км. Халҡы — 2009 йылдың 1 ғинуарына 32479 кеше.

Район үҙәге — Мораҡ ауылы. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Мораҡ ауыл Советы ауыл биләмеһе «БР-ҙың иң яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкурсының «Иң яҡшы ауыл биләмәһе» номинацияһында беренсе урынды алды.

Бөгөн район биләмәһендәге 113 ауыл 20 ауыл Советына берләшкән.

Быйыл райондың 20 ауылында «һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Шәжәрә байрамдары, Урам көндәре үткәреү күҙ уңында тотола.

Райондың төп тармағы булып ауыл хужалығы иҫәпләнә. Бөгөн «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Ергән МТС-ы» йәмғиәте, 3 кооператив, 7 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 136 крәҫтиән — фермер, 907 шәхси ярҙамсы хужалыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

Производство һәм социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөүгә инвестициялар йүнәлтеү йыл һайын яңынан-яңы объекттарҙы сафҡа индерергә мөмкинлек бирә.

Социаль әһәмиәттәге һәр системаның нигеҙен, шул иҫәптән мәғариф әлкәһендә лә, матди база тәшкил итә. һуңғы йылдарҙа 28 мәғәриф объекты төҙөлдө һәм реконструкцияланды.

Район үҙенең ижади, инициативалы, инновацион проекттары, тәрән мәғәриф традициялары менән данлы. «Мәғәриф» өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында инновацион эшмәкәрлек өсөн 4 мәктәп РФ Президенты грантына, 20 уҡытыусы 100 мең, «Иң яҡшы дәүләт теле уҡытыусылары» конкурсында 2 уҡытыусы 30 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Районда 32479 кеше йәшәй, шуларҙың 6716-һы 14 йәшкә тиклемге бала, 1401-е үҫмерҙәр, 24362-һе өлкәндәр.

Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн тәүлек әйләнәһенә булыу менән 186 койка-урын булдырылған һәм 55 койка-урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Был әлкәлә 62 табип, 268 урта медицина эшсәне хеҙмәт итә.

Ветерандарҙы социаль яҡлау буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарыла.

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләү алдынан 6 һуғыш ветеранына торлаҡ һатып алыуға социаль түләү таныҡлыҡтары тапшырылды.

Ауыл Советтары ветерандарҙың йорт-ҡураларын ремонтлауҙа ла әүҙем ҡатнашты.

Ғүмеренең күп өлөшөн үҫеп килеүсе йәш быуынға белем биреүгә һәм тәрбиәләүгә арнаған Хәсән Барлыбай улы Мәжитов туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуа.

50-се йылдарҙа ул Сәйетҡол балалар йортона етәкселек итһә, 60- сы йылдар уртаһынан Күгәрсен район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 70-се йылдар башында Мораҡ 1-се урта мәктәбе директоры була, һуңынан яңынан район халыҡ мәғарифы бүлегенә етәкселек итә. Был вазифала 1985 йылға, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем эшләй. Хәсән Барлыбай улы — Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мораҡ ауылының һәм Күгәрсен районының почетлы гражданы, бик күп хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән.

Пионерҙар йортоноң элекке директоры О.П. Галянкин һөйләй: «Хәсән Барлыбай улы иҫкелекте ене һөймәне, бөтә яңы нәмәне кыйыу үҙләштерҙе. Мораҡ 1-се урта мәктәбендә директор булып эшләгәндә тәүгеләрҙән булып кабинет системаһын индерҙе. Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарғанда был системаны район мәктәптәрендә индереүгә лә күп көс һалды.

Яуаплылыҡты башлыса үҙ өҫтөнә алды, бигерәк тә эш мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға ҡағылған осраҡтарҙа. «Капыл ҡыҙып китһә лә, тиҙ арала үҙен ҡулға ала белде».

Уның кешелек сифаттарына туҡталып үтмәү мөмкин түгел. Ҡайһы бер элекке түрәләргә ҡасандыр ҡул аҫтында эшләгәндәр һаулыҡ һорашыу түгел, әйләнеп тә ҡарамаһа, Хәсән Барлыбай улының урамда йәки башҡа берәй урында элекке хеҙмәттәштәре менән кинәнеп гәпләшеп тороуын йыш күрергә мөмкин.

Был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Етәксе булғас, ҡай саҡ ҡыҙып китеп, кешегә дорфараҡ бәрелһә, ярты сәғәт үтәме — юҡмы, яныңа килеп, үпкәләмә, был беҙҙеңуртаҡэш.типғәфүүтенеүуның өсөн бер ни торманы. Кешегә етәксенән шөрләп түгел, ә йөҙөп, кинәнеп эшләрлек эш атмосфераһы тыуҙыра белде. Ә бит хәҙерге күп етәкселәргә нәҡ ошондай сифаттар етешмәй.

Уҡытыусы һәм ойоштороусы һәләте уға тәбиғәттән бирелгән. Әбейҙәр сыуағының һуңғы ҡояшлы, йылы көндәренең береһендә осрашҡанда хәл-әхүәл белешеп, уның тураһында яҙырға теләгемде белдергәс, кәрәкмәҫ ине, мин дә башҡалар кеүекмен, тип тартына төштө Хәсән Барлыбай улынан, тормошоғоҙҙоң ҡайһы осоро хәтерегеҙҙә нығыраҡ һаҡлана, тип һорамайынса булдыра алманым.

— Әлбиттә, йәш саҡ. Балалар йортонда эшләү осоро, һуғыштан һуң етем балалар кәм-хур булмаһындар тип, уларға йәшәү, белем алыу өсөн шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ. Балалар йортона, ауылдарға радио үткәрелде, районда тәүге тынлы оркестр ҙа беҙҙә ойошторолдо. Эш йомғаҡтары буйынса беҙҙе КПСС Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр, йөк машинаһы бүлделәр. Нисек шатланғаныбыҙҙы күрһәгеҙ ине!

һуғыштан һуң ярлы йәшәһәк тә, күңелебеҙ көр булды. Мораҡ 2-се урта мәктәбенең элекке завучы Вәлиә Ислам ҡыҙы Әхмәрова, мәғәриф эшсәндәренең партия ойошмаһына ла етәкселек итте, нисектер бер аралашҡанда былай тигәйне: «Хәсән Барлыбай улы ябай шәхес түгел, уның тураһында өҫтән-мөҫтән генәһөйләп булмай. Тәбиғи булмышы күп яҡлы, ҡатмарлы, уның хаҡында күп нәмәне белеп бөтөрмәйбеҙ әле».

Элекке фронтовик булыуын да иҫкә төшөрҙөм.

— 1942 йылда Воронеж фронтына эләктем, һуңынан Сталинград янында һуғыштым. Пулеметсылар взводына, арабан кесе лейтенант званиеһында минометсылар взводына командалыҡ иттем. 1943 йылда капитан булып ротаға командалыҡ иткәндә яраланғас, демобилизацияланылар. Ауыр булһа ла, һуғыш беҙҙе сыныҡтырҙы. Хәлемдән килгәнсә йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышам, юҡ-юҡ та трибуна артына баҫам, — тип көлөп тә алды юбиляр. -Үткәндәргә һис тә үкенерлек түгел.

Хәләл ефете Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы менән 7 бала тәрбиәләгәндәр. Балалары ла ата-әсә үрнәгендә тәртипле, эшһөйәр булып үҫеп, тормошта үҙ урынын тапҡан, һәр кемдең ғүмер көҙө төрлөсә үтә. Хәсән Барлыбай улы иһә ғүмеренең был миҙгелендә донъя йөгөн бергә тартҡан ҡатыны, балаларының хәстәрлеген, иғтибарын тойоп, һәр яңы атҡан таңға шатланып, йән тыныслығында йәшәүе менән бәхетле.

Ф. САГЛАЕВ

Башкортостан ветераны

№7 (23) июль 2010 года

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100