Халҡым моңдары…

Халыҡ йыры… Ысынлап та, башҡорт халыҡ йырҙары үҙ эсенә күпме мәғәнә һыйҙырған, ниндәй мәғәнә ята уларҙа. Ниндәй генә халыҡ йырын алып ҡарама һәр береһе сал тарихыбыҙҙы һөйләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы рух, тыуған ил, милләт төшөнсәһе менән һуғарылған. Бындай йырҙарҙың асылына төшөнөү өсөн бөтә күңелеңде һалып тыңлар кәрәк һәм һин оло сәнғәттең ниндәй бөйөк көскә, тәрән мәғәнәгә эйә булыуын тойорһоң. Әгәр ҙә бер аҙ тормош мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп алырға теләйһең икән, 4 декабрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхим ит! Унда тик башҡорт халыҡ йырҙарынан торған «Халҡым моңо» тип исемләнгән ҙур концерт буласаҡ. Бигерәк тә мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың, Флүрә Килдейәрованың, Миңлеәхмәт Ғәйнетдиновтарҙың ҡатнашыуы концертҡа мәртәбә өҫтәй.

«Буранбай», «Бейеш», «Абдрахман», «Ҡаһым түрә» һәм башҡа моңло йырҙар  бары тик һеҙҙең өсөн генә мәшһүр йырсылар башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Концерттың тағы ла бер үҙенсәлеге – бында билдәле артистар менән бер рәттән йәш башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ. Программаның маҡсаты: йәш быуынға, башланғыс йырсыларға эстафетаны тапшырыу, уларҙа оло сәнғәтте үҫтереү. Әлфиә Зәһиҙуллина, Вәхит Хызыров, Азамат Тимеров, Хәлит Фәтихов, Римма Амангилдина, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Венера Рәхмәтуллина, Айгиз Ғизатуллин, «Далан», «Ҡарауанһарай» төркөмдәре тарафынан халыҡ йырҙары заманса үҙгәртелеп яңғыраясаҡ.  Шулай уҡ концертта атаҡлы ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Рөстәм Шәрипов ҡатнашасаҡ.  Был тәрән мәғәнәле, халыҡтың рухын байытҡан халыҡ йырҙарының  яңғырауы күңелегеҙгә хуш килмәй ҡалмаҫ.

Шулай итеп, 4 декабрь Х. Әхмәтов исеменәгде Башҡорт дәүләт филармонияһында «Халҡым моңо» концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100