Йәш «Ҡарауанһарай» илде данлай!

Башҡорт халҡының аҫыл ир – егеттәре, яҡты тормошҡа, уяулыҡҡа, айыҡлыҡҡа саҡырған “Ҡаруанһарай” төркөмөн кем генә белмәй һәм һағынмай икән?! Көслө рухлы йырҙары менән халыҡ күңелен яулаған был төркөм  күп илдәрҙе әйләнеп сыҡты.

Бөгөнгө «Йәш Ҡарауанһарай» төркөмө шул уҡ юлдан атлай, уларҙың юлдарын дауам итәләр һәм был төркөм башҡорт сәхнәһенең йөҙөн бөгөн дә билдәләп ҡала.

Төркөмдөң етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Нәҙершин әйтеүенсә, улар сығыштарын профессиональ кимәлдә алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар. Сөнки концерттарына төрлө милләт кешеләре, төрлө быуын вәкилдәре килә. Тамашасыларҙың ышансытарын аҡлар кәрәк бит. Быға “Ҡаруанһарай”ҙың фольклор-эстрада стилендә эшләүе лә булышлыҡ итә.

Улар ҙа алдарына ҙур пландар ҡуйып йәшәй. Март айында  ғына  “Йәш Ҡарауанһарай” егеттәре матур итеп, зал тултырып, сығыш яһағайны. Был күркәм сара быйыл да ҡабатланмаҡсы. 11 декабрь көндө Зәки Вәлидиҙың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайлы «Данлы юлдан атлай ғорур Башҡортостан!» концерт программаһын тәҡдим итәләр. Программаны һәләтле һәм тамашасыны сағыу программалар менән ҡыуандырған йәш режиссер Илшат Фәхертдинов сәхнәләштерә. Өр-яңы программала лирик һәм патриотик йырҙар, сағыу бейеүҙәр буласаҡ һәм ниндәйҙер сюрприз вәғәҙә итәләр. Алдағы ваҡытта программаны тулыландырып, репертуарҙарын ошо йүнәлештә тағы ла байытырға уйлайҙар «Ҡарауанһарай»ҙар.

11 декабрь филармонияның ҙур залында үтәсәк  “Данлы юлдан атлай ғорур Башҡортостан!” концерт программаһында сал тарихыбыҙға, батырҙарыбыҙға  арналған халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар, еребеҙҙең гүзәллеген, тәбиғәтенең хозурлығын данлаған, әлегә тиклем һирәк ишетелгән  йырҙар урын алған. Бай эстәлекле, төрлө жанрҙағы йырҙарҙы үҙ эсенә алған байрам концерты бер кемдең дә күңелен битараф ҡалдырмаҫ, киреһенсә юғары рух, оло кинәнес алып ҡайтырһығыҙ был кистә.

Метки:

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100