«Әйҙә, уйна, ҡурайсы!..»

25 ғинуар Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында  республикабыҙҙың мәшһүр ҡурайсылары ҡатнашлығында “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!..” исемле тамаша уҙа.

Ҡурай – бик боронғо башҡорт халыҡ милли уйын ҡоралы. Уның тәбиғи булыуы башҡа уйын ҡоралдарынан айырып тора.

Баш ҡала халҡы һәм килгән ҡунаҡтар ҡурайҙың бөгөнгө булмышын, уның үҫешен күреү, моңон, яңғырашын ишетеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡурайҙың оркестрҙа, эстрада аранжировкаһында яңғырашы һәр кемдең күңелен хазинаһына яңы зауыҡ өҫтәр. Ә инде халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларынан һаналған классик көйҙәребеҙ юғары сәнғәт өлгөһө булып яңғырар.

Программала башҡорт халыҡ көйҙәренән алып заманса көйҙәр, төрлө композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ, ҡурай менән оркестр ҡушылып тыуҙырған көй-моңдарҙы ла ишетергә мөмкин. Тамашала Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Марсель Сәйетов, Рөстәм Шәрипов, Азат Биксурин, Марсель Вәхитов, Рифат Йәмлихин һәм  халҡыбыҙҙың мили уйын ҡоралдарын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индергән Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин), Роберт Юлдашев һәм “ҠУРАЙСЫ” төркөмөнөң сығыштары ла  көтөлә.

Ҡурай байрамында осрашҡанға тиклем!

Башлана 19-00 сәғәттә.

Режиссеры – Сәйҙә Ильясова

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100