Бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына – 80 йыл

Фото: na-zemle-salavata.ruТүбәндәге шиғри юлдар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса ҡуйылған «Февраль. Буран…» тигән тамашаны ҡарағандан һуң күңелем төбөндә үҙенән-үҙе яралды. Был кисерештәрҙең «Владимир Высоцкий. Спасибо, что живой» фильмы менән дә бәйле икәненлеген тойомларһығыҙ, моғайын.

Рәми Ғарипов. Рәхмәт һиңә…

Шағир Рәми, һин тереһең һаман,
Рәхмәт һиңә, рәхмәт хал ҡыңдан.
Ил намыҫы булып, һин балҡының
Алған саҡта көфөр алҡымдан.

Сәсән Рәми, юҡ, үлмәнең һин,
Ҡаратауҙай һүҙең ҡарауыл.
Теле өсөн алыштарға сыҡты
Ил батыры улың, Арҡауыл!

Ҡаратауҙа бөгөн бөркөт саңҡый
Йүрүҙәнең таша яҙ һайын.
Һандуғасың бигрәк моңло һайрай,
Рәми йырын көйләй аҡ ҡайын.

Рәми ағай, рәхмәт һиңә, шағир –
Һин үлмәнең, эйе, һин тере!
Шиғырҙарың – күңел күктәрендә
Салауаттың тере күпере!

Рәми ағай, һин тереһең бөгөн,
Ир-шағирға һис тә үлем юҡ.
Ялҡынлы ла һүҙең йөрәктәрҙә:
Телем бөтһә минең – илем юҡ!
Телебеҙҙән төшмәй  ил батыры —
Шағирҙарға һис бер үлем юҡ!

Вәлиәхмәт Бәҙретдинов

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100