Башҡорт йәштәре иттифағында яңы рәйес!

СБМ6 мартта “Нефтяник” мәҙәниәт йортоноң ултырыш залында Башҡорт йәштәре иттифағының сираттағы йыйылышы үтте.

Йыйылышты Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Флорид Багаев алып барҙы.

Ул башҡарылған эштәре тураһында ҡыҫҡаса отчет бирҙе һәм Башҡорт йәштәре иттифағының актив составына һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Шунан ултырыштың һайлау өлөшө булды. Был өлөштә йыйылышта ҡатнашыусылар Айгөл Кужәхмәтованы Башҡорт йәштәре иттифағын етәксеһе итеп күрергә теләүҙәрен белдерҙе (ул быға тиклем мәҙәниәт бүлегендә председатель урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы). Ф. Багаев иһә Башҡорт йәштәре иттифағы етәкселегенә актив ярҙам итергә һүҙ бирҙе.

Шулай уҡ иттифаҡ председателенең урынбаҫарҙары ла һайланды. Ойоштороу мәсьәләләләре бүлеге урынбаҫары итеп Айсыуаҡ Хөсәйенов, мәҙәниәте бүлеге урынбаҫары – Төхвәтуллина Зарина һайланды (ул “ Йәшлек-шоу”, “Һылыуҡай”, КВН ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк). Спорт һәм патриотик эштәр алып барыу бүлеге урынбаҫары һайлауҙары күсерелеп торҙо, сөнки ҙур бәхәс тыуҙырҙы.

Пресс-служба етәксеһе итеп Тимур Сәфәрғәлиев һайланды. Ошө төрлө йүнәлештәр сиктәрендә бүлектәр һәм уларҙың эшмәкәрлеге билдәләнде. Ултырыш аҙағында бөтә бүлектәргә лә артабанғы эшмәкәрлеге тураһында план төҙөргә ҡушылды.

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100