Купить этот сайт

Һағындырып һайрай һандуғас…

Филармония тамашаларға саҡыра!!!

 21 март, 19.00

Башҡорт дәүләт филармонияһы

(Гоголь ур.,58)

 Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Ғәлиә Солтанованың

 75 йәшлек юбилейына

арналған кисә

Һағындырып һайрай һандуғас…

Уның моңо береһен дә битараф ҡалдырмай. Уның йырҙары күңелдәрҙе елкендерә йәки йөрәктәрҙе тетрәндерә. Берсә ҡыуандыра, уйландыра, берсә шомландыра ла. Үҙенсәлекле артистка Ғәлиә Солтанованың 75 йәшлек юбилейына арналған кисә 21 март Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Кисәлә йырсының сәхнәләш, моңландырғыс дуҫтары Шамил Хәмәҙинуров, Ришат Рәхимов, Тамара Хажиева, Гөлсөм Хәбибуллина, Венера Искәндәрова, Әбүзәр Мөхәмәтйәров, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нурия Ирсаева, Редик Фәсхетдинов, Әнисә Яхина һәм башҡа бик күп артистар ҡатнаша.

Ә Ғәлиә Солтанованың моң сығанағы Әй буйҙарына барып тоташа. Нәсибаш урта мәктәбендә уҡып йөрөгәндә, ул төрлөконцерттарҙа ҡатнаша. Аҙаҡ йырсы булыу хыялы уны Өфөгә, Свердловск, Мәскәү ҡалаларына уҡырға алып китә. Уҡыуын тамамлағас, йәш йырсы опера театрында, филармонияла эшләй, сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. Йыр юлдары уны халыҡҡа, алыҫ сәфәрҙәргә лә саҡыра.

Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. З.Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Әминә ролен, Н.Йыһановтың «Алтынсәс» операһында Алтынсәс партияһын башҡара. Ғәлиә Солтанова башҡарыуында Х.Әхмәтовтың «Замандаштар» операһынан Бибинур арияһын да тулҡынланмай ғына тыңлау мөмкин түгел.

Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың хеҙмәте ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙәике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғ.Солтанова үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Уның сылтырап торған тауышы, үҙ моңо, йылдар үтә торһа ла, үҙ көсөндә, үҙ төҫөндә яңғырай. Ғәлиә Солтанованы бер кем менән дә бутарға мөмкин түгел.

Әй буйынан башланған һуҡмаҡ илебеҙҙең күп урындарын урап ҡайтты. Ғәлиә Солтанованың тауышын Монголияла ла, Финляндияла ла яратып тыңланылар. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, йырсы көй-моң тыңлап, тыуған яғына күстәнәс итеп яңы йырҙар алып ҡайта.

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100