«Ялҡынланып йәшәр йәшлегем»

22 март, 19.00

Х. Әхмәтов исемендәге

Башҡорт дәүләт филармонияһы

«Ялҡынланып йәшәр йәшлегем»

Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты

Айгөл Һағынбаева

Танылған йырсы Айгөл Һағынбаева Башҡортстанда ғына түгел, ә сит тарафтарҙа ла тамашасы һөйөүен тиҙ арала яуланы.

Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт филармонияһында ижад итеүсе йәш йырсы Айгөл Һағынбаева Өфө тамашасылары өсөн үҙе әҙерләгән айырым концерт программаһы менән сығыш яһай. “Ялҡынланып йәшәр йәшлегем” тип исемләнгән был тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Искәндәр Ғәзизов, Айгиз Ғизәтуллин, Редик Фәсхетдинов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Лилиә Хәзиғәлиева, Диана Мөхәмәтйәрова, Раушания Кәбирова, Әлиә Нурғәлиева, ,,Далан,, төркөмө һәм башҡа эстрадабыҙҙың танылған артистары ҡатнаша.

Айгөл Һағынбаева тыумышы менән Башҡортостандың Учалы районынан. Ҡазан дәүләт мәҙәниәт академияһында белем ала, шул уҡ ваҡытта бик күп мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, йыр-моң һөйөүселәрҙе үҙенең көслө һәм моңло тауышы менән һоҡландыра.

Бына йәмле яҙҙар яҡынлашып килгәндә, наҙлы яҙҙар рухы менән тулы концертын тәҡъдим итәргә булды талантлы йырсыбыҙ.

“Ялҡынланып йәшәр йәшлегем” тамашаһында Айгөл үҙенең репертуарындағы элекке матур йырҙары мелән бергә яңы ижад ителгәндәрен  дә башҡарасаҡ. Шулай ук был программала Айгөлдең ижадташ дуҫтары һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары ла үҙҙәренең популяр йырҙарын яңғыратасаҡ.

Шулай итеп, баш ҡала тамашасыһын йәш һәм дәртле йырсыларыбыҙ ҡатнашлығындағы иҫ киткес матур тамаша менән һөйөндөрәсәктәр. 22 март Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залына Айгөл Һағынбаеваның өр-яңы тамашаһына рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар!

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100