БашБаттл тураһында

Рэп стиле Башҡортостанда үҙ яйы менән ниндәйҙер үрҙәр яулап яйлап уҫешә. Бер нисә йыл эсендә башҡорт телендә рэп башҡарыусылар һаны күпкә артты. Уларҙың араһынан башҡорт йәштәрен яулап өлгөргән рэп — йондоҙҙар ҙа ҡалҡып сыҡты.

Күптәр Башҡортостанда «башҡортса рэп» юҡ тиһәләр ҙә, ул бар. Әммә ул әлегә энә осонда торған саң һымаҡ ҡына. Бер өрөүҙә юҡҡа сығырға әҙер. Шулай ҙа уны үҫтерүҙә төрлө фестивалдәр, интернет рэп баттлдар ойошторолоп тора.

Беренсе официаль булмаған Башҡортса интернет рэп баттл бынан 3 йыл элек 2009 йылда уҙғарылды. Ойоштороусылары Ильшат Ишдавлетов һәм МС Баш (Заһит Ҡунафин). Ҡатнашыусылар һаны аҙ булырға ҡарамаҫтан, баттл уҙ тыңлаусыларын тапты, еңеүселәре лә билдәләнде: Бошман һәм Гила. 2010 йылда икенсе официаль булмаған Башҡортса интернет рэп баттл ойошторолдо. Артабан шул уҡ йылда өсөнсөһө лә уҙ ҡатнашыусыларын йыйып еңеүселәрен билдәне: Тартай һәм Кондор. 2011 йылда Башҡорт Йәштәре Иттифағы ярҙамында Беренсе официаль Башҡортса рэп баттл уҙғарылды. Ул да үҙ еңеүселәрен билдәләп, аҙаҡ “Йәшлек Шоу 2011” — ҙә уларға бүләктәрен тапшырып үтте. Беренсе урын — Фил МС (нетбук), икенсе урын — Саймон (телефон), өсөнсө урын — Буранбай (мр3-плеер). 2012 йылдаң 5 мартында «Бәйләнештә» («Вконтакте») сайты битендә тағы бер Башҡортса рэп баттл старт алды. Бер нисә аҙна эсендә ул үҙенең ҡатнашыусыларын һәм тыңлаусыларын аруҡ ҡына йыйҙы. Был ярыштың маҡсаты булып беҙ ишетеп белмәгән яңы исемдәрҙе халыҡҡа күрһәтеү, Башҡортостанда рэп стиленең сифатын яҡшыртыу тора.

Әгәр ҙә һин рэп стилен менән ҡыҙыҡһынаһың, улраҙың йырҙарын яратып тыңлайһың икән, кер беҙҙең «Вконтакт» сайтындағы төркөмгә (http://vk.com/bashkort_rap).

Рәхмәт Ярҙамғолов

Оставить комментарий или два



© 2017 Башкирский вестник. Права защищены.
При любом использовании материалов сайта ссылка на bashkorttar.ru обязательна.
Мнение редакции может не совпадать с мнением авторов статей.
Редакция не несет ответственности за оставленные комментарии.
Письма и статьи принимаются по адресу: info@bashkorttar.ru
Рейтинг@Mail.ru Rambler's Top100